Урал илендә

...Урал батыр көпшәнең нәҙек осон да ҡырҡҡан, бер ҡабырғаһын дүрт урындан тишкән, ҡаршы яҡ ҡабырғаһында бер тишек эшләгән. Тынғыһыҙ ел шул тишектәрҙе һыйпап үткән, уның ҡағылыуына көпшә: "Ҡу-у-рай", тип яуап биргән.
- Әйҙә, исеме шулай булһын! - тип көлгән батыр һәм көпшәнең йыуан осон ирененә терәгән.
Ҡурайҙан иң тәүҙә елдең ағастарҙан ҡамыштарға күсеп, шунан ҡаялар осона менеп уйнауын хәтерләткән һыҙғырыу-ыжғырыу ағылған, шунан шишмәләр сылтырай башлаған, һандуғас менән һабантурғай ярышып һайрарға тотонған, кәкүк саҡырған. Күгәрсен гөрөлдәүе, ҡарабаш турғай тәңкелдәүе, сәпсек сырҡылдауы ла өҫтәлгән... Ел, һыҙғыра-һыҙғыра, шул тауыштарҙы эйәләренә таратып йөрөгән. Тирә-яҡ моңға тулған. Шатлыҡ үҙе һикереп бейергә төшкән, кешеләр, уны уратып, әйлән-бәйлән уйнаған...

Оло әҙип, һәр һүҙе алтынға бәрәбәр Булат Рафиҡовтың бәләкәстәр өсөн китабы "Урал илендә" тип атала. Был китапҡа күренекле яҙыусының балалар өсөн аңлайышлы итеп бирелгән, тәрән мәғәнәгә эйә шиғырҙары, әкиәттәре һәм хикәйәләре ингән. Баҫма менән танышҡанда йорт-еребеҙҙең гүзәллеген, тәбиғәтебеҙҙең йәмен тағы ла киңерәк асырға мөмкин булыр.
31.01.2022

Возврат к списку