Йәнле һәм фәһемле осрашыу


Кисә Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһында БР Милли әҙәбиәт музейы менән берлектә  йәш яҙыусы, журналист, үҙенсәлекле, ҡыҙыҡлы әҫәрҙәре менән тиҙ арала уҡыусылар күңелен яулап өлгөргән Айгиз Баймөхәмәтов менән осрашыу үтте.

Сара гимназияла белем алған ҡурайсылар һәм гимназия директоры Ришат Марс улы Камалов сығыштары менән башланып китте. Артабан БР Милли әҙәбиәт музейы директоры, Салауат Юлаев ордены кавалеры Гөлдәр Морат ҡыҙы һүҙ алды.

Айгиз Ғиззәт улының сығышын уҡыусылар ҙур ҡыҙыҡһыныу һәм иғтибар менән тыңланы.  Ҡыҙыҡлы һорауҙар биргән балаларҙы автор үҙенең автографлы китаптары менән бүләкләне.

Мәжит Ғафури исемендәге башҡорт дәүләт академия драма театры актеры Артур Кәбиров, Айгиз Баймөхәмәтовтың "Ҡалдырма, әсәй!" повесы буйынса сәхнәләштерелгән "Хыялға табан" пьесаһында Ильяс Мөхәмәтов ролен уйнағандағы тәьҫораттары менән бүлеште, "Капитан" йырын башҡарып үтте.
Сара барышында квест-викторинаның, шулай уҡ йәш яҙыусының әҫәрҙәре буйынса төшөрөлгән һүрәттәр конкурсының еңеүселәрен бүләкләү ҙә күңелле булды.

Ҡыҫҡаһы, әңгәмә, уйын-көлкө, йыр-моңға үрелеп барған йәнле осрашыуҙың аҙағы еткәне һиҙелмәй ҙә ҡалды. Уҡыусылар бер тауыштан Артур Кәбировтың сығыштарын ҡат-ҡат һораны, йәш авторға һорауҙарын яуҙырҙы.

Яҙыусының китаптарын ҙур теләк менән һатып алыусылар ҙа байтаҡ ине.

Милли әҙәбиәт музейы директоры Гөлдәр Сабит ҡыҙы Айгиз Баймөхәмәтовҡа, Артур Кәбировҡа һәм гимназия директоры Ришат Марс улына рәхмәт хаттары тапшырҙы.

Сара автограф алыу һәм фотосессия менән тамамланды.
04.12.2021

Возврат к списку