Йәрминкәләр дауам итә


   Алдан хәбәр итеүебеҙсә, Мәскәү менән бер рәттән, кисә Силәбе ҡалаһында Көньяҡ Урал китап йәрминкәһе башланып китте һәм әле гөрләп бара. Мәғлүм булыуынса, әлеге мәлдә унда бер нисә майҙансыҡта саралар әүҙем үтә.

  Китап һатыуҙан тыш, төрлө оҫталыҡ дәрестәре, лекциялар һәм дә күренекле авторҙар менән ижади осрашыуҙар ҙа алып барыла. Уларҙа халыҡ теләп ҡатнаша, таныша, үҙ көстәрен һынап ҡарай.

   Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан "Китап" нәшриәте  хеҙмәткәрҙәре өсөн был көндәр айырыуса тынғыһыҙ булыуға, бер юлы ике ҙур йәрминкәлә ҡатнашыуға ҡарамаҫтан, уҡыусылар һәм һатып алыусылар иғтибарына яңы китаптар, башҡорт әҙәбиәтен, мәҙәниәтен, тарихын яҡтыртҡан баҫмалар, уҡыу ҡулланмалары, календарҙар, белешмә һәм башҡа күп төрлө әҙәбиәтте тәҡдим итә. Консультанттар хәбәр итеүенсә, һатып алыусылар күберәк сәсмә әҫәрҙәрҙән торған китаптарға, мосолман һәм йыртма календарҙарға, балалар өсөн ижад ителгән йыйынтыҡтарға өҫтөнлөк бирә.

   Һауа торошо көйһөҙләнеп, үҙгәреп торһа ла, Силәбелә эштәр әүҙем бара. Һәр кемдең үҙен ҡыҙыҡһындырған әҙәбиәтте һайлап һатып алыу мөмкинлеге бар.
25.09.2021

Возврат к списку