Йәш авторҙан фәһемле, шул уҡ ваҡытта ҡыҙыҡлы һәм ҡыҙғаныс әҫәрҙәр

  Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәте Фәиз Харрасовтың “Тауҙарҙа тыуған елдәр” исемле хикәйәләр йыйынтығын тәҡдим итә.

  “Тауҙарҙа тыуған елдәр” -  авторҙың   икенсе китабы. Йәш яҙыусы үҙен төрлө жанрҙарҙа һынап ҡарай. Автор үҙенсәлекле, лирик стилдә яҙа, уҡымлы хикәйәләй, поэтик фәлсәфә лә һиҙемләнә. Әҫәрҙе заманса тематиканан ғибәрәт, һәр береһе тормоштоң ҡырҡыу проблемаһын күтәреп сыға. Унда тупланған хикәйәләр, юмористик хикәйәләр һәм нәҫерҙәр береһен дә битараф ҡалдырмаҫ.

  Иғтибарығыҙға “Тауҙарҙа тыуған елдәр” хикәйәһенән өҙөк тәҡдим итәбеҙ:

  “...Ике тауҙың итәге бер-береһенә ҡапланып ятҡан урында Рәйсә инәй аҙымдарын аҡрынайтты. Бына бөтөнләй туҡтаны. Һәм ҡатып ҡалды. Ә күҙҙәре алыҫҡа төбәлгәйне.

  -    Тауҙарҙа тыуған елдәр... -  тине ул ярым шыбырлап. -  Улар гелән саф, үҙҙәре һис туҡтамай. Берәүһенән шыуып төшөп, икенсеһенә үрмәләй башлай. – Миңә боролоп, һүҙен дауам итә : - Әҙәм балаһының яҙмышы ла ошо елдәргә оҡшаш. Айырма шунда ғына: кеше ҡайһы тауға менергә икәнлеген үҙе һайлай ала...

  Башым эйелгәндән –эйелә. Инәйҙең күҙҙәренә ҡарауы оят. Ә ул  мине бер нәмәлә лә ғәйепләмәй төҫлө, арҡамдан наҙлап ҡына һөйөп ала.

  -    Әйҙә, булмаһа, Хоҙайға тапшырып, артылайыҡ, ҡыҙым, - ти ҙә ышаныслы аҙымдар менән  үргә күтәрелә башлай. Мин дә уның артынан ҡалмайым.

...Айсыуаҡ менән биш йыл элек өйләнештек. Оҙаҡ та йөрөмәнек,атай-әсәйҙәребеҙ туйҙы һөйләшеп тә ҡуйҙы. Әҙерлек мәшәҡәттәре менән өс ай ҙа бик тиҙ үтеп китте. Иртәгә туй тигән көндө күпләп ҡар яуҙы, ә төнөн ҡотороноп буран сыҡты. Юл күмелеп, саҡырылған ҡунаҡтар килә алмаҫ, тип ҡурҡҡайныҡ. Маҡсат менән теләк бергә үрелһә, тағатып булмаҫлыҡ тығыҙ арҡанға әүерелә. Туйыбыҙ гөрләп үтте! Машина, техника заманы булһа ла, ҡыңғыраулы аттарҙа йөрөү барыһының да күңеленә хуш килде. Һуңынан телдән төшөрмәй һөйләнеләр, оҙаҡ онотолманы беҙҙең туй:

  -    Шәп бит әй! Ҡасан тағы санаға ултырылыр ине, ә?

  -    Әйтмә лә инде, йәшлек иҫкә төшөп, йәшәреп киткәндәй булдым.

  -    Еңгә, һин хас та әкиәттәге Ҡарһылыу шикелле осоп ҡына төштөң бит беҙгә!

  Ул саҡта уңайһыҙлыҡ килтерһә лә, хәҙер иҫләүе нисек күңелле!

  “Ғүмереңдең ҡайһы мәленә ҡайтырға теләр инең?”- тигән һорауға, уйлап та тормайса: “Үҙебеҙҙең туйға!”- тип яуаплар инем....”

  Артабанғы ҡыҙыҡлы ла, ҡыҙғаныс та, шул уҡ мәлдә фәһемле ваҡиғаларҙы хикәйәне  тулыһынса уҡығас белерһегеҙ.

  Китапты нәшриәттең фирма магазиндарынан һатып алырға мөмкин.
12.02.2021

Возврат к списку