Йәш әҙибәнән хәтәр шәп китап!


  Үткән йылдың һуңғы көндәрендә генә нәшриәттә донъя күргән шәп бер баҫма менән таныштырырға ашығабыҙ. Ғафури районынан Рәйлә Сабитованың "Һауалағы торна артынан" исемле баҫмаһы ул.

  Китапта авторҙың "Һауалағы торна артынан йәки Артыҡбикә", "Таш ҡала әкиәттәре" исемле повестары, "Һырттан килгән ике һын", "Авокадо менән тултырылған кальмар", "Көсһөҙ кеше", "Яңы йылға Ҡарһылыу ғына етмәй ине" һәм башҡа ҡыҙыҡлы хикәйәләре тупланған.

  Рәйлә Сабитованың  барлыҡ әҫәрҙәрендә хәҙерге заман һулышы, халыҡ аҡылы, уйланыуҙары тығыҙ рәүештә үрелеп бара. Авторҙың стиленә диалект һүҙҙәр, неологизмдар хас булыуы менән уҡыусыларға бик ҡыҙыҡлы.

Китап нәшриәт магазиндарына һатыуға сығарылды, сайт аша заказ менән алдырырға мөмкин.
04.01.2022

Возврат к списку