"Йәшә әле, йәшә..."

  Нәшриәтебеҙҙә донъя күргән шәп, матур баҫмалар  менән таныштырыуыбыҙҙы дауам итәбеҙ. Бөгөн иғтибарығыҙға - яҙыусы, журналист һәм фольклорсы Сәлимйән Бәҙретдиновтың “Йәшә  әле, йәшә!” исемле китабы.

  Авторҙың ҡиссалалары, повесы, хикәйәләре, очерктары, ҡобайырҙары, шиғырҙары үткәндәрҙе хәтерләтә, бөгөнгөнө, киләсәкте күҙаллата, йәшәү асылы һәм мәғәнәһе тураһында уйландыра. Башҡорт донъяһына сәйәхәт итеп, ҙур көс-ҡөҙрәт, илһам алаһың, яңы фекерҙәргә эйә булаһың. Йәнең яҡтырыуын тояһың. Әҫәрҙәре гелән яҡшылыҡҡа өндәй, тереһыу һымаҡ рухыбыҙҙы һуғара.

  Иғтибарығыҙға “Йәшә  әле, йәшә..." әҫәренән өҙөк тәҡдим итәбеҙ:

  “....Миңлеәхмәт бер нисә юлдашы менән тәҙрә ҡапҡастары ябыҡ иҫке генә өйгә инде. Тамам талсыҡҡайнылар, асыҡҡайнылар, һалдат тоҡтарындағы ҡоро паектарын сығарып, тамаҡ ялғарға тотондолар. Хужа ҡатын башын баҫып, шым ғына эскәмйәлә ултыра. Мейес башынан ябығышып бөткән балалар, муйындарын һоноп, ауыҙҙарынан һеләгәйҙәрен ағыҙып, мөлдөрәп ҡарай. Миңлеәхмәт ҡапҡан тәғәменә төйөлә яҙҙы. Эстәре өҙөлгәндәрҙең алдында ни йөҙөң, ни намыҫың менән ашап ултырмаҡ кәрәк, бар ризығын уларға өләшеп бирҙе. Меҫкенкәйҙәрҙең бойоҡ күҙҙәре ялтырап китте....”

  Һуғыш, ундағы михнәт һәм  башҡа хәл-ваҡиғалар тураһында  китапты уҡығас белә алаһығыҙ.

  Әҫәрҙәр йыйынтығы китап магазиндарында һатыуҙа. Сайт аша ла мөрәжәғәт итергә була.
20.10.2021

Возврат к списку