Йәш шағирҙан яңы китап

  Ошо көндәрҙә нәшриәтебеҙҙә “Йәштәр тауышы” серияһында Борай тарафтарынан йәш, талантлы шағир Айрат Ғәлиевтең “Яҙмышымдың яҙғы бөрөһө” ("Язмышымның язгы бөресе") исемле шиғырҙар йыйынтығы донъя күрҙе.

Айраттың шиғырҙарында йәшлек дәрте, мөхәббәт, тыуған ергә һөйөү кеүек хистәр урғылып тора. Уҡыуға еңел төрлө тематикалы шиғырҙары тиҙ арала үҙ уҡыусыларын табыр тигән ышаныстабыҙ.

  Баҫма оҙаҡламай нәшриәттең магазиндарына һатыуға сығарыласаҡ.
13.06.2021

Возврат к списку