Йәштәр ижады

  "Йәштәр тауышы-голоса молодых"   серияһы буйынса рубрикабыҙҙы дауам итәбеҙ. Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәтендә йәштәрҙең баҫмалары  даими донъя күрә. Бөгөн уҡыусылар иғтибарына  татар телендә ижад итеүселәрҙең китаптарын тәҡдим итәбеҙ.

  Индира Муллаянова. Йән ярым (Жан ярым).

  Индира Муллаянованың исеме шиғриәт һөйөүселәргә республикабыҙ  матбуғатында даими баҫылған шиғырҙары аша таныш. Уның тәүге йыйынтығына тупланған  әҫәрҙәрендә йәшәү  мәғәнәһе тураһында  фәлсәфәүи фекерләү-уйланыу, мөхәббәт хистәрендә  яныу-һыҙланыу, тормоштағы табыш-юғалтыу һөйөнөс-көйөнөстәре сағыла.

  Илүсә Исмәғилева.  Йыһандың бер тамсыһы (Жиһанның бер тамчысы).

  Йәш шағирә Илүсә Исмәғилева үҙенең беренсе китабында  төрлө тремаларға  яҙылған шиғырҙарын тәҡдим итә.  Уның ижады форма камиллығы, уй-кисерештәренең  тәрәнлеге менән уҡыусыны үҙенә йәлеп итә.

  Эльмира Ғәзизова.  Яҙмыш еле (Язмыш жиле).

  Йәш авторҙың тәүге йыйынтығының  лирик геройы мәңгелек һәм ҡәҙимге хистәр, мөхәббәт һәм нәфрәт, һөйөнөс һәм көйөнөс, табыш-юғалтыуҙар, йәшәү мәғәнәһе тураһында фәлсәфи уйлана.  Уҡыусылар ҙа был шиғри  эҙләнеүҙәргә битараф ҡалмаҫ, моғайын.

  Гөлиә Гәрәева. Бәхетлеһеңме, тип һорма (Бәхетлесеңме, дип сорама).

  Гөлиә Гәрәеваның тәүге китабында  тормошобоҙҙоң төрлө яҡтарын һүрәтләгән, кешеләр яҙмышын, улар араһындағы мөнәсәбәттәрҙе,  тәбиғәт менән әҙәм араһындағы  бәйләнештәрҙе яҡтырҡан  хикәйәләр индерелде.  Автор төп иғтибарҙы  әхлаҡи мәсьәләләргә, ҡатлаулы кеше яҙмыштарын, изгелек менән яуызлыҡтың тормошобоҙҙа уйнаған роленә йүнәлтә.
05.08.2020

Возврат к списку