Йәштәр көнө билдәләнә

Йәштәр тауышы серияһында нәшер ителгән Морат Солтандың "Төн йырсыһы" тип аталған шиғырҙар йыйынтығына ингән поэзия мистика, хоррор, готика жанрҙарына ҡарай. Шағир кеше тормошоноң анлашылмаған, серле яҡтары менән ҡыҙыҡһына.
Үҙенә генә хас булған, көтөлмәгәнсә фәлсәфә ярылып ятҡан, тормош ысынбарлығын үҙе күргәнсә шиғыр юлдарына һалған йәш ҡәләм оҫтаһының ижады уйланырға мәжбүр итә. Йәшәйеш һәм мәңгелек тураһында асыҡтан-асыҡ әйтелә был шиғырҙарҙа.
27.06.2022

Возврат к списку