“Йәштәр тауышы”нан шиғырҙар һәм хикәйәләр

  #Йәштәр _тауышы_голоса_молодых  серияһынан рубрикабыҙҙы дауам итәбеҙ.  Уҡыусылар иғтибарына бөгөн  Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәтенән түбәндәге китаптар:

  Ләйсән Мараканова. Күк сәскәләр.

  Ләйсән Мараҡанованың  был китабына йәшлек, мөхәббәт, ғаилә темаларына арналған хикәйәләре тупланды.

  Земфира Абушаһманова. Гәүһәр ташым.

  Земфира Абушаһманова шиғриәте тын ғына һағышы, тәрән хистәре, тапҡыр һүҙҙәре, үҙенә генә хас сағыштырыуҙары  менән арбай. Ябай ғына кисерештәрҙе  шиғри һүҙ менән уйландырырлыҡ, фәһем алырлыҡ итеп күңелгә һала.
09.02.2021

Возврат к списку