“Йәштәр тауышы” нда – шиғри әҫәрҙәр

  #Йәштәр_тауышы_голоса_молодых    серияһынан рубрикабыҙҙы дауам итәбеҙ. Шиғыр һөйөүселәр иғтибарына  Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан  «Китап» нәшриәтенән  түбәндәге китаптар:

   Рәсимә Сәлихова. Күңел ҡапҡалары.

  Был китапта авторҙың күңел кисерештәре, тәбиғәткә, яҡындарына булған һөйөү, тормоштағы ғәҙелһеҙлекте, кешеләрҙәге ике йөҙлөлөктө яратмау сағылған шиғырҙар тупланған.

  Динә Солтанова. Һиңә...

  Үҙ-үҙендә эҙләнеү – был авторҙың ижадының төп күрһәткесе. Үҙ асылына табан юлда тыуған хис-тойғолар кисереү рәүешле донъяны танып белеү һәм үҙен танып белеүҙән яралған шиғырҙар был китапта тупланған.
11.08.2020

Возврат к списку