"Йәштәр тауышы" серияһында яңы китаптар
Нәркәс Ҡәйепҡолованың "Йыһанға бағып" исемле тәүге китабы тиҙҙән донъя күрә. Үҙенә генә хас булған, хистәргә бай, һағышлы ла, серле лә шиғырҙарында йәш шағирә тормошто яратырға саҡыра.
Айрат Ғәлиев "Яҙмышымдың яҙғы бөрөһө" исемле йыйынтығында үҙ уҡыусыларына төрлө тематикалы шиғырҙарын тәҡдим итә.
Әнүзә Ғиззәтуллинаның "Гәлсәр күңел" исемле баҫмаһында йәшәйешкә, заманға булған ҡарашы, йәштәр күҙлегенән сығып, донъялағы мәңгелек ҡиммәттәр, кеше мөнәсәбәттәре, тәғәйенләнеш тураһындағы фәлсәфәүи уйланыуҙары сағыла.
Был китаптарҙы тәүгеләрҙән булып ҡулға алыу өсөн сайтты күҙәтеп барығыҙ.

11.05.2021