Яҙ байрамына – йыр китаптары

  Ниһайәт, сасҡау һалҡындары менән өткән-өшөткән февраль айы ла артта ҡалды, уның артынса  мартҡа ла аяҡ баҫтыҡ.  Кәйефтәрҙе  күтәреп яҙ, яҙғы байрам яҡынлаша , күңел йыр, моң теләй.

  Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан"Китап" нәшриәте йыр-моң һөйөүселәр өсөн башҡорт һәм татар телдәрендә сыҡҡан түбәндәге китаптарҙы тәҡдим итә:

  Әсхар Кәшфуллин. "Баҡыр шишмә"  (Бакыр чишмә)

  Танылған шағир Әсхар Кәшфуллин моң һөйөүселәргә күңелгә яҡын йырҙары аша яҡшы  таныш. Уларҙың күптәре әлеге көндә бик популяр, мәшһүр йырсыларыбыҙ башҡара.

  Рим Хәсәнов, Нур Дауытов, Мөфтәдин Ғиләжев, Фирзәр Мортазин, Илдар Шәрипов кеүек  талантлы композиторҙар көйгә һалған, Салауат Фәтхетдинов, Хәлиҙә Бағышаева, Илһам Вәлиев, Айҙар Ғәлимов кеүек талантлы артистарыбыҙ башҡарған  йырҙар  күптәрҙең күңеленә хуш  килер, йыйынтыҡ  илһамлы йәндәргә  яҡшы бүләк булыр.

  Муса Сиражи. “Ер һәм йыр”

  Күренекле шағир, танылған публицист һәм йәмәғәт эшмәкәре, Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Фәтих Кәрим исемендәге премия лауреаты Муса Сиражиҙың   был китабына авторҙың төрлө жанрҙағы  әҫәрҙәре – халыҡ араһында киң  билдәле йырҙары, лирик фәлсәфи шиғырҙары, поэмалары тупланды. Шағирҙың уй-тойғолары – йәшлек, дуҫлыҡ, мөхәббәт тураһында, ер, йыр, милләт яҙмышы хаҡында.
05.03.2021

Возврат к списку