Яңы дәреслектәр донъя күрҙе

  Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәте, нәфис әҙәбиәт редакцияһы һәм айырым төр баҫмалар бүлегенән тыш, дәреслектәр һәм уҡыу-уҡытыу ҡулланмалары сығарыусы махсус редакциялы төбәктәге берҙән - бер нәшриәт.

Башҡортостандағы һәм Рәсәй Федерацияһында башҡорттар тығыҙ йәшәгән башҡа төбәктәрҙәге дөйөм белем биреү ойошмалары өсөн Башҡортостан Республикаһының Мәғариф министрлығы раҫлаған һәм тематик планға индергән дәреслектәр һәм уҡыу-уҡытыу ҡулланмалары тик Зәйнәб Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтендә генә сығарыла.

  Ағымдағы йылда федераль  исемлеккә ингән 37 дәреслек нәшриәттә донъя күрҙе.
  Дәреслектәр  3 йүнәлеш буйынса  сығарыла:

1. Уҡытыу туған (башҡорт) телдә алып барылған дөйөм  белем биреү ойошмалары өсөн;

2.  Уҡытыу рус телендә алып барылған  дөйөм белем биреү ойошмалары өсөн;

3. Уҡытыу рус телендә алып барылған дөйөм белем биреү ойошмаларының  башҡорт телен Башҡортостан Республикаһының дәүләт теле булараҡ өйрәнеү  өсөн.

   Федераль исемлеккә индерелгән барлыҡ дәреслектәрҙең  электрон формалары нәшриәттең сайтында урынлаштырылды.

Белешмәләр өсөн телефон:246-09-55.
03.11.2020

Возврат к списку