Яңы календарь донъя күрҙе

  Ошо көндәрҙә нәшриәттә 2022 йылға "Башҡортса дини календарь" донъя күрҙе.

  Календарҙың киләһе йылға тәғәйенләнгән яңы баҫмаһын уҡыусылар, дин ҡәрҙәштәребеҙ иғтибарына тәҡдим итәбеҙ.

  Алдағы йылдарҙағы кеүек үк, был баҫма ла халҡыбыҙҙы Исламдың әхлаҡи ҡиммәттәре, дини хөкөмдәре, иман нигеҙҙәре, йолалар һәм ғөрөф-ғәҙәттәр менән таныштырыу маҡсатынан сығып эшләнде.

  Календарҙа Ислам дине тураһындағы күркәм мәғлүмәттәр менән бергә намаҙ уҡыу ваҡыттары, сүрәләр, доғалар, кәңәштәр һәм башҡа күп файҙалы мәғлүмәттәр бирелә.

  Баҫма бөгөндән китап магазиндарына һатыуға сығарылды. Уны алыу буйынса нәшриәт магазинына, шулай уҡ kitap-ufa.ru сайтына мөрәжәғәт итергә мөмкин. Рәхим итегеҙ!

23.06.2021

Возврат к списку