Яңы календарь сыҡты

Яңы календарь сыҡты

Сираттағы шатлыҡлы яңылығыбыҙ менән уртаҡлашабыҙ – ошо көндәрҙә нәшриәттә күп кенә уҡыусыларыбыҙ түҙемһеҙләнеп көткән киләһе 2022 йылға йыртмалы календарь донъя күрҙе.

Календарҙа төрлө даталар, Рәсәй, республика байрамдары, һөнәри, дини көндәр, күренекле шәхестәрҙең юбилейҙары яҡтыртыла. Ҡояш менән айҙың сығыу һәм байыу ваҡыттары, айҙың фазалары күрһәтелгән. Тарих, сәнғәт, мәғариф, медицина, спорт буйынса ҡыҫҡа мәҡәләләр, файҙалы кәңәштәр, башватҡыстар, шиғырҙар, мәҡәл-әйтемдәр, ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр, файҙалы кәңәштәр менән байытылған йыртмалы календарь. Аш-һыу әҙерләү буйынса төрлө рецептар һәм башҡа кәңәштәр уҡыусыларыбыҙ өсөн бик файҙалы булыр, тигән өмөттә ҡалабыҙ.

Календарҙы беҙҙең магазиндарҙан бөгөндән һатып алырға мөмкин.

Рәхим итегеҙ!
24.08.2021

Возврат к списку