Яңы китап донъя күрҙе

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә  билдәле башҡорт прозаигы, шағир һәм драматург Буранбай Исҡужиндың “Хазина” исемле китабы донъя күрҙе. Йыйынтыҡҡа шағирҙың, асылда, юмористик,  сатирик, үҙе әйткәнсә, “төртмә терапия” стилендә яҙылған  шиғырҙары, пародиялары, шиғри  этюдтары, өҙөк-йыртыҡтары индерелһә лә, уларҙың аҫтында туған теле, ғәзиз халҡы, тыуған яғы өсөн уғата борсолоп йәшәгән  ижадсының нескә күңеленән урғылған күҙ йәштәрен дә тойомлайһың.
Баҫма  бөгөндән нәшриәт магазиндарында һатыуҙа. Шулай уҡ  kitap-ufa.ru  рәсми сайт аша заказ биреп алдырырға мөмкин. Белешмәләр өсөн телефон һандары: 246-09-55.
22.04.2022

Возврат к списку