Яңы йыл менән!

Ҡәҙерле дуҫтарыбыҙ, китап һөйөүселәр!

Яңы 2022 йылдың еребеҙгә аяҡ баҫыуы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ Һеҙҙе!
Алдағы йыл шатлыҡлы ваҡиғаларға, һоҡланғыс башланғыстарға, яңы үрҙәргә илтһен! Илебеҙҙә тыныслыҡ, аяҙ күк йөҙө булһын, муллыҡ, ҡорос ныҡлығы, күңел көрлөгө, шатлыҡ-ҡыуаныстар, һәр изге эштәрҙә уңыштар теләйбеҙ.
Китап уҡығандың белеме артыр һәм уҡыған ил уңыр, ти халыҡ мәҡәле. Һеҙҙе яңынан-яңы баҫмаларыбыҙ менән һөйөндөрөп торорбоҙ. Китаптан айырылмағыҙ, киләһе йылда ла беҙҙең менән бергә ҡалығыҙ!
01.01.2022

Возврат к списку