Яҙыусылар форумынан

  Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан "Китап" нәшриәтенең тырыш хеҙмәткәрҙәре үҙ эшенә баһа алды.
"Дәреслектәр һәм уҡыу ҡулланмалары" бүлегендә тиҫтә йылдар мөхәррир булып эшләгән  Зөбәржәт Ғәлишина, Алһыу Иҙелбәкова һәм Әлфиә Сынбулатовалар "Башҡортостан Республикаһының Мәғариф алдынғыһы" исеменә лайыҡ булды.

  Әлфиә Әсәҙуллина Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙың "Рәхмәт хаты",
Эльвира Яҡупова, Әлфиә Теләмова, Гөлназ Фазлиәхмәтова һәм Ирида Садыҡовалар Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайының "Рәхмәт хаты", Римма Зәйтүнова, Гөлнара Ихсанова, Ләйсән Саниева һәм Наталья Семеновалар Матбуғат һәм киң мәғлүмәт агентлығының Маҡтау ҡағыҙы,
Айгөл Абдулвәлиева һәм Алина Ғәлимова - "Рәхмәт хаты", Фирҙәүсә Бикташева Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығының Маҡтау ҡағыҙы менән бүләкләнде.
31.05.2021

Возврат к списку