Ябайлыҡта - бөйөклөк

Бәхетленең ҡунағы бергә тиҙәр... Ысынлап та шулай икән. Бөгөн Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан "Китап" нәшриәте хеҙмәткәрҙәре ошоға инанды.
Ҡояшлы көндө тағы ла сағыуыраҡ итеп, нәшриәтебеҙгә бер юлы ике яҙыусы килде. Яҙыусы тип ябай ғына итеп әйтәбеҙ, сөнки уларҙың ябайлығына, ижадҡа бирелгәнлегенә, ихласлығына үҙебеҙ ҙә бер ҡатлы бала кеүек ҡыуандыҡ.
Халҡыбыҙҙың бөйөк шәхестәре Ноғман ағай Мусин һәм Таңсулпан апай Ғарипова икеһе бер юлы тап килде нәшриәттә.
Уларҙың үҙ-ара әңгәмәләшеп алғанында, фәрештәләр илһам ҡоштарын үҙҙәре үк килеп осороп торғандай хис иттек. Шундай шатлыҡлы минуттарҙы күреү оло бәхет булды беҙҙең өсөн!

Донъяға әле генә ауаз һалған баланы ҡулына алған Әсә нисек сикһеҙ шатланһа, күренекле Яҙыусыларыбыҙ ҙа бына ғына нәшер ителгән ижад емештәренең аҫыл ҡумтаһына - үҙ китаптарына бөткөһөҙ һөйөү һәм әйтеп кенә
еткерә алмаҫлыҡ һөйөнөс менән ҡараны.

Яҙыусыларыбыҙҙың ошо тәьҫораттарын һеҙгә лә ишеттерербеҙ, әҙәбиәт һөйөүсе дуҫтарыбыҙ.
03.08.2021

Возврат к списку