Ял көндәрен уҡыу менән

  Уҡыусыларыбыҙҙы төрлө баҫмалар, йыйынтыҡтар менән даими рәүештә  таныштырып торабыҙ. Бөгөн, аҙна аҙағы яҡынлашыуын иҫәпкә алып, мәктәп уҡыусылары өсөн татар телендә донъя күргән Земфира Муллағәлиеваның “Аҡ яулыҡлы тау” (“Ак яулыклы тау”) һәм Зәлифә Кашапованың “Сәскәләрҙән бал тама” (“Чәчәкләрдән бал тама”) исемле баҫмаларҙы тәҡдим итәбеҙ.

  Оҙаҡ йылдар мәктәптә педагог булып эшләүсе Зәлифә Мирзахәниф ҡыҙы төрлө йәштәге мәктәп балаларына тәғәйенләнгән шиғырҙары, мәктәп һәм клуб сәхнәләре өсөн фольклор әҫәрҙәре ижад иткән. Математик шиғырҙары бәләкәстәрҙең унға тиклем һанау күнекмәләрен нығытыуға, зирәклектәрен үҫтереүгә, аҡыл-зиһен даирәһен  киңәйтеүгә булышлыҡ итә.

  Киләһе китапта Земфира Муллағәлиеваның төрлө жанрҙағы әҫәрҙәре ингән. Автор Дим буйы тәбиғәтенең матурлығын, ундағы йәнлек һәм ҡоштарҙың, үҫемлектәр донъяһындағы мажаралы хәлдәрҙе, бала саҡ хәтирәләре менән бергә үреп, үҙенең кескәй геройы исеменән бәйән итә. Мөғжизәле һәм серле әкиәттәр барыһынң да күңеленә хуш килер.
21.10.2021

Возврат к списку