Ял минуттарында

  Ҡышҡы матур ял көндәре дауам итә. Ошо мәлдән файҙаланып, #балаларға_каникулда рубрикаһын дауам итәбеҙ. 2021 йылда нәшриәттә донъя күргән баҫмалар менән таныштырып үтмәксебеҙ. Был китаптар сағыу, үҙенсәлекле  сюжеттары, матур һүрәттәре менән бер-береһенән айырылып тора. Бала саҡта күптәр яратып уҡып үҫкән әкиәттәр, фәһемле хикәйәләр, матур шиғырҙар һәм башҡа файҙалы мәғлүмәттәр ял минуттарында ғаилә менән уҡыу, фекер алышыу өсөн бик шәп мөмкинлек бирер. Бергә уҡыу балалар менән ололарҙың араһын яҡынайтыуы, бәләкәстәрҙең рухи донъяһын байытыуы барыбыҙға ла мәғлүм. Ял көндәрен яҡындарыбыҙ менән матур һәм файҙалы итеп үткәрәйек!
05.01.2022

Возврат к списку