Ялдарға - шәп китаптар!


Бөгөн иғтибарығыҙға 2021 йылда нәшриәттә донъя күргән "Мәктәп китапханаһы" серияһынан түбәндәге баҫмаларҙы тәҡдим  итәбеҙ. Уҡыусылар тарафынан яратып ҡабул ителгән был эскерһеҙ, матур, ихлас әҫәрҙәр һеҙҙе лә битараф ҡалдырмаҫ. Әйҙәгеҙ, һәр береһенә ҡыҫҡаса байҡау яһайыҡ.

Ноғман Мусин "Мәңгелек урман" романы. Исеменән үк күренеп тороуынса, әҫәрҙә  ер, тәбиғәт, урман, ябай ауыл тормошо, XIX быуат аҙағы - XX быуат башындағы хәл-ваҡиғалар, башҡорт ерҙәренең, урмандарының урыҫ баярҙары тарафынан таланыуы, осһоҙ хаҡҡа алыныуы, халыҡтың  алданыуы, таланыуы - барыһы ла асыҡ һүрәтләнә. Шулай уҡ ябай халыҡтың көнитмеше, ғөрөф-ғәҙәттәре, йолалары, һәм, әлбиттә, мөхәббәт темаһы ла төп урынды биләй.

Роман шундай ябай, матур тел менән яҙылған. Мауыҡтырғыс урындары менән уҡыусыны тулыһынса үҙенә алып инә, унда барған хәл-ваҡиғалар араһында үҙең йөрөгәндәй булаһың.

Ә бына билдәле ғалим, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, педагог Әлфис Ғаязовтың “Аҡ тирәк, күк тирәк” исемле китабы  ҙур популярлыҡ яулап өлгөрҙө.
Шиғырҙары уҡымлы, матур эстәлекле һәм еңел генә иҫтә ҡалыуы менән айырылып тора. Балалар психологияһын, уларҙың фекерләүен аңлап, ижады аша тел байлығын һүрәтләй, Тыуған илгә һөйөүен еткерә автор. Уларҙа шаянлыҡ та, донъяны танып, аңларға тырышыу, ололарға хөрмәт менән ҡарау, тәбиғәткә мәрхәмәтле булыу һәм башҡа тәрбиәүи алымдар сағыла. Баҫмалағы ҡыҙыҡлы сюжеттар кескәйҙәргә генә түгел, ололарға ла оҡшарына тамсы ла шик юҡ. Балалар менән бергә был шиғырҙарҙы уҡып, йылдар артында ҡалған бала саҡ иленә әйләнеп ҡайтырһығыҙ, хәтирәләрҙе яңыртып, үҙегеҙгә яңы асыштар яһарһығыҙ.

Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә күп китап уҡыусыларҙа тормошсан әҫәрҙәре менән үҙ ижадына ҡарата ҡыҙыҡһыныу уятҡан Айгиз Баймөхәмәтовтың "Ҡалдырма, әсәй!" исемле повестар йыйынтығы "Мәктәп китапханаһы" серияһында нәшер ителде.
Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Шәйехзада Бабич исемендәге республика йәштәр премияһы лауреаты, әүҙем автор ҡатмарлы тормошта йәшәгән һәм иртә ҙурайырға тура килгән сабыйҙарҙың сетерекле хәл-ваҡиғалар аша йөрәк өҙгөс ысынбарлыҡты аңлауын, шул арҡала бала күңелендә тыуған кисерештәрҙе бөтә нескәлектәре һәм биҙәктәре менән алып барып еткерә.

Әҫәрҙәрҙе уҡыған саҡта туғанлыҡ ептәренең ни тиклем мөһим икәнлеген аңлап, атай-әсәйле булыуҙың ҙур бәхет булыуына тағы бер тапҡыр инанаһың. Ваҡиғаларҙың ҡайһы берҙәренең үҙәгендә үҙең дә ҡайнайһың. Хатта балаларҙың тормошон еңеләйтеү өсөн, ярҙам итеү теләге ҡабына, һис булмаһа, иркәләп йыуатҡы килә. Күңелдә иң изге тойғолар уяна... Тормош ҡиммәттәренә нығыраҡ төшөндөрә торған был баҫма һәр китап уҡыусыны битараф ҡалдырмаҫ.

Китаптар нәшриәт магазиндарында һатыуҙа,шулай уҡ сайт аша заказ менән алдырырға мөмкин. Өлгөрөп ҡалығыҙ!
07.01.2022

Возврат к списку