Ялдарҙы файҙа менән


  Яңы йыл байрамына һанаулы ғына көндәр ҡалды. Унан килә балаларҙың иң яратҡан мәле - ҡышҡы каникулдар ҙа башлана. Һәр кем уны файҙалы һәм иҫтә ҡалырлыҡ итеп үткәрергә тырыша. Китап һөйөүсе кескәй дуҫтарыбыҙ өсөн #балаларға_каникулда рубрикаһын дауам итеп,  түбәндәге китаптарҙы тәҡдим итәбеҙ.

  Фәүзиә Рәхимғолова. “Вил менән ел”

  Был йыйынтыҡта күренекле балалар яҙыусыһы Фәүзиә Рәхимғолованың әҙәби  мираҫынан шиғырҙары, әкиәттәре урын алған. Уның әҫәрҙәренең тел төбөндә балаларҙа үҙ-ара татыу, яҡшы мөнәсәбәт, дуҫлыҡ  тәрбиәләү, уларҙы Тыуған илде,  тирә-яҡ мөхитте яратырға өйрәтеү ниәте ята. Авторҙың ижадынан  бөткөһөҙ йылылыҡ, ябайлыҡ, ихласлыҡ, кескәйҙәргә ҡайнар мөхәббәт бөркөлөп тора.

  Кәрим Булат “Ҡоштар мине ярата”

  Уҡыусы китапта шағирҙың мауыҡтырғыс кескәйҙәр донъяһын сағылдырған үҙенсәлекле телен, бала күңеленең йылылығын, аҡылының тапҡырлығын, тәбиғәт миҙгелдәренең һулышын тойомлай ала.
Китапты ҡулға алғас та тиҙерәк уҡыу, эстәлеген белеү теләге уяна. Күңелгә ятышлы ҡыҫҡа, шул уҡ ваҡытта мауыҡтырғыс шиғырҙар, ҡыҙыҡлы, тапҡыр йомаҡтар һәм һәр битендәге матур һүрәттәр үҙенә ылыҡтыра ғына бара.

  Ғәлим Дәүләтов. “Нөгөш буйы малайҙары”

  Башҡорт һәм рус телдәрендә сыҡҡан был баҫма ҙурыраҡ  уҡыусыларыбыҙ – үҫмерҙәр өсөн тәғәйенләнгән. Йыйынтыҡта авторҙың мираҫынан “Нөгөш буйы малайҙары” повесы, хикәйәләре, поэмалары һәм шиғырҙары тәҡдим ителә.

  Тәбиғәт күренештәре, ауыл ығы-зығыһы, геройҙар тормошо һәм яҙмышы  шундай итеп һүрәтләнгән, әҫәрҙәрҙе  уҡығанда улар араһында үҙеңде йөрөгәндәй хис итәһең.

Китаптарҙы нәшриәттең фирма магазиндарынан һатып алырға мөмкин.
22.12.2020

Возврат к списку