Ялдарҙы китаптар менән

Ҡарлы-буранлы февраль айының икенсе йомаһына ла еттек. Алда - ял көндәре. Һәр кем уны үҙенсә үткәрә. Уҡыусыларыбыҙҙың  мөрәжәғәттәренә ҡарағанда, китап уҡып, рухи аҙыҡ һәм ял алыусылар ҙа арабыҙҙа арыу ғына икән, был беҙҙең өсөн бик ҙур ҡыуаныс.

Тап китап яратыусы дуҫтарыбыҙға ял көндәрендә рәхәтләнеп уҡыр өсөн нәшриәтебеҙҙә һуңғы ваҡытта сыҡҡан һәм уҡыусылар тарафынан яратып ҡабул ителгән баҫмаларҙы тәҡдим итәбеҙ. Күптәрҙең прозаға өҫтөнлөк биреүҙәрен яҡшы беләбеҙ. Фотоһүрәттәге баҫмаларҙың һәр береһе үҙенең эстәлеге, үҙенсәлеге һәм ҡыҙыҡ та, ябай ҙа булмаған яҙмыштарҙы һүрәтләүҙәре менән күңелдәрҙе арбай. Бер уҡый башлаһаң, тамамламайынса туҡтармын тимә. Әлеге февраль көнө тышта барыбер күп йөрөргә бирмәҫ, көндәлек эштәрҙе тамамлап, яратҡан китабыңды рәхәтләнеп уҡыуға, әлбиттә, бер ни ҙә етмәй.

Был баҫмалар араһында һәр кем үҙенә кәрәклеһен, файҙалыһын һәм оҡшағанын мотлаҡ табыр, береһе лә мәхрүм булып ҡалмаҫ. Шулай булғас, үҙебеҙ, ғаиләбеҙ йә балаларыбыҙ менән рәхәтләнеп әҙәбиәт донъяһын гиҙәсәкбеҙ!

Китаптар буйынса нәшриәт магазиндарына, kitap-ufa.ru сайтына мөрәжәғәт итә алаһығыҙ. Рәхим итегеҙ!
11.02.2022

Возврат к списку