Ыласындар төйәге

   Ошо көндәрҙә нәшриәтебеҙҙә  уҡытыусы, шағир Сәрүәр Ғәләүетдиновтың балалар өсөн ижад ителгән  “Ыласындар төйәге” исемле китабы донъя күрәсәк.

   Шиғри йомаҡтарҙа  башҡорт халҡының ғөрөф-ғәҙәттәре, йолалары, милли аш-һыуы, һауыт-һабаһы, йәнлек-ҡоштар, үҫемлектәр донъяһы сағылыш таба. Шулай уҡ “ Сура батыр”  хикәйәте, “ Сталинград” исемле поэманан өҙөк тә бирелгән.

   Йыйынтыҡ бик тиҙҙән китап магазиндарына  һатыуға сығарыласаҡ. Тулыраҡ мәғлүмәтте  баҫма донъя күргәс тә хәбәр итербеҙ.
09.09.2021

Возврат к списку