Ҡырғыҙ-Миәкәлә ҙур байрам

  Бөгөн Миәкә районының Ҡырғыҙ-Миәкә  ауылында Мең ырыуының Шәжәрә байрамы үтә.

  Сараға Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова, Бөтә донья башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты ағзаһы, «Мең ырыуҙары» йәмәғәт ойошмаһы Советы рәйесе Әхнәф Тимербулатов, Башкортостан Республикаһының Стратегик эҙләнеүҙәр институтының граждандар инициативаһын өйрәнеү үҙәгенең ғилми хеҙмәткәре, философия фәндәре кандидаты Рәфил Аҫылғужин, филология фәндәре кандидаты, Башҡорт дәүләт университеты доценты Искәндәр Сәйетбатталов, Миәкә районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе, Миәкә районы хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Хәлил Мәхийәнов, күренекле йәмәғәт эшмәкәрҙәре, «Мең ырыуҙары» йәмәғәт ойошмаһы Советы ағзаһы, биология фәндәре кандидаты Дамир Асҡаров, Мең ырыуы аҡһаҡалы Тимерғазим Усманов һәм башҡалар саҡырылды.

  Әлеге мәлдә сара бик әүҙем бара. Унда беҙҙең нәшриәт тә китап күргәҙмәһе менән ҡатнаша. Башҡорт әҙәбиәтенә һәм тарихына битараф түгел миәкәләр- нәшриәттә донъя күргән  баҫмаларға ҡыҙыҡһыныуҙары, күпләп алыуҙары һәм заказ менән алдырырға теләүҙәре ошо хаҡта һөйләй. Бигерәк тә тарихи, әҙәби баҫмаларға һәм балалар әҙәбиәтенә ихтыяж  ҙур.

Сарала төрлө конкурстар, күргәҙмәләр, концерттар ҡаралған.
19.03.2021

Возврат к списку