Юбилярҙан – “Һайланма әҫәрҙәр”

  Бөгөн яҙыусы, журналист һәм тәржемәсе Мәхмүт Уразаев 85 йәшлек юбилейын билдәләй.

  Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәте Мәхмүт Һибәт улының  драмалары, поэма, дастандары, шиғырҙары,  повесть һәм хикәйәләренән торған  “Һайланма әҫәрҙәр”  енең дүрт томлығын тәҡдим итә.

  Яҙыусының төрлө йылдарҙа ижад иткән һәм туплаған яҙмалары үҙенең төрлөлөгө, ябайлығы, уҡымлы булыуы  менән  айырылып тора.

  Томлыҡтарға ингән шиғыр-поэмалар, проза, мәҡәлә, сәхнә әҫәрҙәре һәм башҡа төр яҙмалар төрлө быуын уҡыусылары өсөн фәһемле һәм файҙалы булыр.

  Китаптар буйынса нәшриәттең магазиндарына һәм сайтына мөрәжәғәт итергә мөмкин.
14.05.2021

Возврат к списку