Юбилярҙан шәп йыйынтыҡ!

Бөгөн яҙыусы, драматург, журналист, Башҡортостандың атҡаҙанған  матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре Мөхтәр Сабитовҡа  75 йәш.

Күптән түгел “Китап” нәшриәтендә  авторҙың  “Һайланма әҫәрҙәр”  китабының I томы  донъя күрҙе. Унда “Көт мине, Рәйсә!” романы һәм “Тирәк мамығы” повесы  ингән.

Айырыуса "Көт мине, Рәйсә!" романы яҙыусының ижадындағы төп һәм иң уңышлы әҫәр тип атаһаҡ, һис кенә лә хата булмаҫ. Бер нисә йыл элек ул айырым китап булып донъя күрҙе һәм  тиҙ арала китап уҡыусылар тарафынан һатып алынып бөтөүгә ҡарағанда, иң уҡымлы романдар исемлегенә инеп өлгөрҙө.

  Үҙгәртеп ҡороу заманында быуындары нығынып бөтмәгән үҫмер балалар алдында торған һынау, мәктәптә уҡыу осоро, яңы бөрөләнә башлаған саф мөхәббәт тойғолары, яуызлыҡ һәм яҡшылыҡ, аҙғынлыҡ, наркомания һәм шулай уҡ Афған һуғышы, ундағы юғалтыу, ғазаптар  -  барыһы ла хикәйәлә бер-бер артлы һүрәтләнә килә. Өфөнән Салауат ҡалаһына атаһы менән йәшәргә күсеп килеүсе Рәйсә менән Ринаттың мөхәббәте, улар алдына төшкән ауыр һынауҙар уҡыусыларҙы уйҙарға ла, борсоуға ла һала. Һөйгәненең үлем хәбәрен ишетеү, хатта цинк табутта алып ҡайтып ерләүҙәренә ҡарамаҫтан, йәш ҡыҙ Рәйсә керһеҙ мөхәббәтенә хыянат итмәй, һөйгәненең тере булыуына ышана... һәм әҫәр аҙағында уларға, ниһайәт, күпме ыҙа-ғазаптарҙан һуң күрешергә насип була.

  Романда тормоштағы ыңғай һәм кире күренештәрҙе автор уҡыусыларына нисек бар, шулай оҫта итеп асып бирә . Әҫәр бик мауыҡтырғыс һәм тормошсан итеп яҙылған.

  "Тирәк мамығы" повесында колхозлашыу осоро, байҙар һәм ярлылар мөнәсәбәте, ябай ауыл халҡы тормошо - бөтәһе лә асыҡ сағыла.

  Ҡыҫҡаһы, Мөхтәр Абдрахман улының был китабы, ундағы ике әҫәрҙә халҡыбыҙ тормошондағы көнүҙәк проблемаларҙы асып, уларҙы хәл итеү юлдарын эҙләй, уҡыусыһын уйланырға, һығымталар яһарға саҡыра...

  Китапты  нәшриәт магазиндарынан  һәм сайт аша һатып алырға  мөмкин.
21.12.2021

Возврат к списку