Юмор һәм етдилек

Яҙыусы Марат Әминев юморист булараҡ билдәле. Уның менән яҡындан аралашып алғандан һуң, һәр күренешкә үтә етди ҡарауы аңлашыла.

Марат Мөхәмәт улының беҙҙә нәшер ителгән "Фатиха" исемле китабына һуңғы йылдарҙа яҙылған хикәйәләре һәм иң тапҡыр юморескалары тупланған. Уларҙағы төп үҙенсәлек - мәғәнәле көлөү. Был иһә юморесканы кешене көлдөрөү өсөн генә яҙыу түгел, унан фәһем алырға, һығымта яһарға йүнәлеш биреү, тигән һүҙ.
Әҙиптең әҫәрҙәре уҡыусыны берсә уйландырып, аҡыл өҫтәр, берсә ихлас көлдөрөр, күңелен күтәрер.
03.07.2022

Возврат к списку