Йыл әҫәре

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан "Китап" нәшриәте уҙып барған йыл дауамында үҙ уҡыусыларын күптән көтөлгән һәм яңы асыш булырҙай китаптары менән һөйөндөрөп торҙо.
Нәшер ителгән баҫмалар араһында билдәле классиктарыбыҙҙың ике китабы - Ноғман Мусиндың "Мәңгелек урман"ы һәм Зәйнәб Биишеваның "Яҡтыға" трилогияһының өсөнсө китабы "Емеш" -  "Башҡортостан" гәзите тарафынан "Йыл әҫәре" тип иғлан ителделәр.
"Мәңгелек урман" - бер нисә быуын китап уҡыусыларының хәтерендә уйылып ҡалған, әҙәбиәт һөйөүселәрҙең күптәренең ҡат-ҡат яратып уҡыған баҫмаһы. Ул үҙенең киҫкен боролошло ваҡиғалары, арабыҙҙа йәшәгән ябай, шул уҡ ваҡытта ҡабатланмаҫ яҙмышлы геройҙары менән күңелдәрҙә һаҡланған һутлы тел менән яҙылған бөйөк ижад емеше.

Зәйнәб Биишеваның "Яҡтыға" трилогияһы иһә, яҙылыуына байтаҡ йылдар уҙыуға ҡарамаҫтан, әлеге көндә лә шулай уҡ популяр, ҙур ихласлыҡ һәм хөрмәт менән ҡабул ителгән уйландырырлыҡ баҫма. Уны ҡулына алған бер уҡыусы ла тиҙ генә айырыла алмаҫ был китаптан. Әҫәр геройҙары менән бергә ваҡиғаларҙы яңынан кисереп, үҙе өсөн фәһемле һығымталар яһар.
Күренекле башҡорт әҙиптәре, Башҡортостандың халыҡ яҙыусылары, үҙ халҡы өсөн бай һәм тәрән йөкмәткеле әҫәрҙәр тыуҙырған Ноғман Сөләймән улы Мусиндың һәм Зәйнәб Абдулла ҡыҙы Биишеваның был китаптары "Йыл әҫәре" тип табылыуы, ошо ҡәләм оҫталарының әҙәбиәтебеҙ күгендә мәңге балҡып яныр баҙыҡ йондоҙҙар булыуы хаҡында тағы бер иҫбатлау ул. Йылдар үтеү менән, бындай баҫмаларҙың мәртәбәһе арта ғына бара һәм башҡорт әҙәбиәтенең баһалап бөткөһөҙ хазинаһы булып ҡала.
29.12.2021

Возврат к списку