“Йылбабай әкиәттәре”

“Йылбабай әкиәттәре”

  Кескәй дуҫтарыбыҙ өсөн нәшриәттә донъя күргән сираттағы  китапты тәҡдим итәбеҙ. Уҡытыусы һәм яҙыусы Линиза Шакированың  “Йылбабай әкиәттәре” ул.

  Терпе ни өсөн энәле? Ни өсөн бәпембә ҡояш төҫлө? Ер йөҙөндә йыл миҙгелдәре алмашыныу тәртибен кем урынлаштыра алған? Бына ошо һәм башҡа һорауҙарға яуапты  “Йылбабай әкиәттәре” китабын уҡығас белергә мөмкин. Матур шиғырҙар, әкиәттәр, ҡыш, Яңы йыл мажаралары тураһындағы башҡа әҫәрҙәр береһен дә битараф ҡалдырмаҫ.

  Йыйынтыҡты  нәшриәт  магазиндарынан,  kitap-ufa.ru  сайты аша   алдырырға мөмкин.
22.11.2021

Возврат к списку