Йырлайыҡ,дуҫтар!

Төрлө байрамдар, күңелле саралар, һәм, ниһайәт, яҙ етә! Беҙ һеҙгә, үҙ сиратыбыҙҙа, нәшриәттә донъя күргән "Йырлайыҡ, дуҫтар!" исемле йыйынтыҡты тәҡдим итәбеҙ. Унда радио, телевизорҙан йыш ҡына ишетелгән, төрлө йырсылар башҡарыуындағы йырҙарҙың һүҙҙәрен табырға була.

Бында "Төрлө йылдарҙан моңло йырҙар" исеме менән тыуған яҡ, атай-әсәй, мөхәббәт тураһындағы йырҙар тупланған һәм улар алфавит тәртибендә урынлаштырылған.

Йыйынтыҡ буйынса нәшриәт магазиндарына, kitap-ufa.ru сайтына мөрәжәғәт итергә мөмкин.
22.02.2022

Возврат к списку