Йырлы ижады мәңгелек
Ошо көндәрҙә билдәле шағир,драматург, журналист "Тылсымлы шар", "Һандуғаслы яҙҙарым"," Беҙҙең юлдаш — яҡты ҡояш" һәм башҡа күп кенә китаптар авторы Сафуан Әлибаевтың тыуыуына 80 йыл була. Уның ижады балалар һәм ололарға ла яҡшы таныш. Шиғырҙарына яҙылған йырҙарҙы әле лә яратып башҡаралар һәм тыңлайҙар.
Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәте шағирҙың "Бел ҡәҙерен ғүмереңдең" исемле китабын тәҡдим итә. Унда Сафуан Әфтәх улының төрлө йылдарҙа ижад ителгән шиғырҙары һәм йырҙары индерелде.
Шиғри йыйынтыҡты нәшриәттең фирма магазиндарынан һатып алырға, http://kitap-ufa.ru сайты аша заказ менән алдырырға мөмкин.

19.02.2021