Зәйнәб Биишеваға һәйкәл асыласаҡ

Зәйнәб Биишеваға һәйкәл асыласаҡ

   14 октябрь көнө Октябрь проспекты башындағы скверҙа, Өфө һөнәрҙәр һәм сервис колледжы менән «Китап» нәшриәте эргәһендә, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишеваға һәйкәл асыу тантанаһы үтәсәк. Башланыу ваҡыты: 14.00. Унда яҙыусының хеҙмәттәштәре, туғандары һәм яҡындары, Мәскәүҙә йәшәгән улы Тельман Әминев ҡатнашасаҡ.
    Һәйкәл бронзанан ҡойолған, бейеклеге 2,8 метр, скульпторы Владимир Дворник.

   Сараға рәхим итегеҙ, ҡәрҙәштәр!



    Зәйнәб Биишева – прозаик, шағирә, драматург, тәржемәсе, БАССР-ҙың С. Юлаев исемендәге премияһы лауреаты. «Көнһылыу», «Сәйер кеше», «Уйҙар, уйҙар...» повестары,  «Дуҫлыҡ», «Тылсымлы ҡурай», «Нәҙер» һ.б. драмалар, «Имән»,«Йөҙөксө», «Салауаттың һуңғы монологы» поэмалары, «Яҡтыға» трилогияһы авторы. Яҙыусының әҫәрҙәре Рәсәй һәм донъя халыҡтары телдәренә тәржемә ителгән. Әҙибә Н. В. Гоголь, М. Горький, Л. Н. Толстой, А. П. Чехов һ.б. әҫәрҙәрен башҡорт теленә тәржемә иткән. Уның шиғырҙарына байтаҡ йырҙар ижад ителгән. 
13.10.2016

Возврат к списку