Заман һулышы әҫәрҙәрендә
Китап уҡыусыларҙың күптәре проза жанрына өҫтөнлөк бирә. Шөкөр, хикәйә, проза һәм романдар әҙәбиәтебеҙҙә бихисап, күңелеңә ятҡанын һайлап уҡы ғына. Шуларҙың береһе - Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә сыҡҡан талантлы яҙыусы, журналист Гөлшәт Әхмәтҡужинаның “Бетеү” исемле китабы.
Китаптағы әҫәрҙәр тормошсан ваҡиғалар, геройҙарҙың кисерештәре, уларҙың эске донъяһы, ғәҙелһеҙлек, яуызлыҡтар менән көрәшеүҙәре ғазап-ҡыуаныстар кеүек тойғолар менән һуғарылған. Уларҙа халыҡтың үткәне лә, бөгөнгөһө лә сағыла. Шундай ихлас, уҡымлы һәм матур итеп ижад ителгән, китапты ҡулға алғас та тиҙерәк уҡығы, геройҙарҙың артабанғы яҙмыштары хаҡында белге килә.
Иғтибарығыҙға “Бетеү” повесынан бәләкәй генә өҙөк:
“...Павел атаһы менән ҡалайтып һүҙ башларға белмәй йонсоно: уға һаман әлеге бетеү сере тынғы бирмәй ине. Бер көн килеп барыбер яйы сыҡты. Оҙаҡ ҡына икәүҙән-икәү һуғыш хәлдәре, Франция тураһында гәпләшеп ултыра торғас, Павел атаһының күҙҙәренә тура ҡарап:
- Атай, ни өсөн һин минең муйынға мосолман бетеүе тағып ебәрҙең?-
тип һораны.
- Әлегә бер ни әйтә алмайым, улым. Мин дә, әсәйең дә баҡыйлыҡҡа күскәс, көндәлектәремде уҡырһың, бөтәһен дә аңларһың, - тиеү менән генә сикләнергә уйлағайны ла граф, барып сыҡманы.
- Миңә һеҙҙең үлемегеҙ кәрәкмәй, атай. Һәм мин үҙем тирәһендә ниндәйҙер сер йомғағы уралыуын да теләмәйем. Ул миңә йәшәргә ҡамасаулай.
- Һин беҙҙең берҙән-бер балабыҙ. Әсәйең өсөн һин ер кендегенә бәрәбәр. Ул серҙе белеү һине беҙҙән йырағайтыр ине. Әсәйең дә, мин дә яңғыҙ улыбыҙҙы юғалта алмайбыҙ.
- Мине һеҙҙән бер ни ҙә айыра алмаясаҡ, атай. Бала-саға түгелмен бит инде, үҙең әйтмешләй, олатай йәшенә еткәнмен тиерлек.
- Үҙем үлгәс кенә уҡырһың тигәйнем дә... Ярай инде, ни булһа – шул булыр. Аңларға тырыш. Ғәфү итергә тырыш. – Ҡарт граф шулай һөйләнә-һөйләнә сейфтан ҡалын дәфтәр алып бирҙе..."
Быуаттар төпкөлөндә йәшеренгән серҙе, ундағы һорауҙарға яуаптарҙы повесты уҡығас табырға һәм белергә мөмкин.
Баҫманы нәшриәттең фирма магазиндарындан һатып алырға мөмкин.

08.12.2020