Замандашыбыҙ менән йәнәш атлайыҡ
Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан "Китап" нәшриәтендә күренекле прозаик, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Таңсулпан Ғарипованың "Әҫәрҙәр"енең V томы нәшер ителде. Был баҫмаға "Бөйрәкәй" пенталогияһының бишенсе "Ҡояшлы бурандар" китабы, хикәйәләре, драмалары,
очерктары, мәҡәләләре, әңгәмәләре тупланды.
Таңсулпан Ғарипова әҫәрҙәрендә изгелеккә, яҡты киләсәккә өмөт ярылып ята. Геройҙары ниндәй генә хәлдәрҙә лә оптимистик рухлы булыуы, алдағы тормошто сағыу төҫтәрҙә күрә белеүе менән үҙенә тарта. Ауыр яҙмышлы кешеләр иң киҫкен мәлдәрҙә лә юғалып ҡалмай, тормоштоң көрәш икәнлеген бөтә тәрәнлегендә аңлап, алға табан ынтыла. Мауыҡтырғыс әҫәрҙәр менән танышҡанда хәл-ваҡиғаларҙы үҙең кисергәндәй булаһың. Геройҙарҙың халыҡсанлығы әҫәрҙәге тормош менән йәшәтә. Үҙең дә һиҙмәйенсә улар менән бергә борсолаһың, уйланаһың, килеп тыуған ҡаршылыҡтарҙан сығыу юлын эҙләйһең.
Популяр авторҙың ошо китабын алып уҡыу бәхетенә ирешегеҙ, әҙәбиәт һөйөүсе дуҫтарыбыҙ!
Замандашыбыҙҙың әлеге баҫмаһы беҙҙең магазинда. Сайт аша заказ биреп алдырырға мөмкин.

28.07.2021