«Аҡ күгәрсен» шиғриәт бәйгеһендә ҡатнашығыҙ!!

Конкурс 2021 йылдың 28 октябрендә, шағирҙың тыуыуына 90 йыл тулған көндә старт алды һәм яҙмалар 2021 йылдың 31 декабренәсә ҡабул ителәсәк. Был әҙәби бәйгелә ҡәләм тибрәткән һәр кемдең ҡатнашыу мөмкинлеге бар. Йәшәү урыны һәм йәше сикле түгел.
25.11.2021

СВАДЬБА СЕРЕЖЕК (ҺЫРҒА ТУЙ) У БАШКИР

Свадьба серег (һырға туй) — одна из насыщенных в поэтическом отношении частей всей свадебной обрядности. Ритуал сопровождается песнями, благопожеланиями, приговорами (әйтем), различными репликами и народными танцами.

Һырға туй также включал в себя обязательный ритуал между будущей свекровью и невесткой, который заключался буквально в следующем.
24.11.2021

Тиҙҙән! Хәтәр шәп китап!

Баҫмала ерән төлкөнән дә хәйләкәрерәк, аҡыллы, зирәк, отҡор күк аттың йылғыр бүрене төп башына ултыртыуы тураһындағы башҡорт халыҡ әкиәте кескәй дуҫтарыбыҙға башҡорт, рус һәм инглиз телдәрендә тәҡдим ителә.
23.11.2021

Ғиниәт Ҡунафиндың юбилейы

Ғалим - әҙәбиәт белгесе, Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы, филология фәндәре докторы, профессор, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре, Салауат Юлаев ордены кавалеры Ғиниәтулла Сафиулла улы Ҡунафинға 75 йәш. Ғалим дәреслектәр, уҡыу ҡулланмалары авторы, Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев, Мифтахетдин Аҡмулла кеүек күренекле мәғрифәтселәрҙең тормошон һәм ижадын өйрәнә.
22.11.2021
“Йылбабай әкиәттәре”

“Йылбабай әкиәттәре”

  Терпе ни өсөн энәле? Ни өсөн бәпембә ҡояш төҫлө? Ер йөҙөндә йыл миҙгелдәре алмашыныу тәртибен кем урынлаштыра алған? Бына ошо һәм башҡа һорауҙарға яуапты  “Йылбабай әкиәттәре” китабын уҡығас белергә мөмкин.
22.11.2021

Күңелгә ятышлы китап


Риф Тойғондоң "Йөрәктә мөхәббәт = В сердце любовь" исемле баҫмаһын ҡулыңа алғас үҙеңде хозур тәбиғәт ҡосағында тояһың. Ижады менән танышыу күңелгә сихәт бирә, матурлыҡҡа әйҙәй, изгелеккә ышанысты арттыра. Тәбиғи ҙә, ябай ҙа, шул уҡ ваҡытта фәлсәфәүи уйланыуҙарға илткән әҫәрҙәре хатта борсолоулы темала ла өмөттө һәм сикһеҙ хыялдарҙы бөрөләндереп ҡуя...
22.11.2021

Мауыҡтырғыс китаптар донъяһына рәхим итегеҙ!

  Бөгөн уҡыусыларыбыҙҙы күренекле башҡорт яҙыусыһы, әүҙем авторыбыҙ Гөлнур Яҡупованың “Йыртҡыс ҡаны” һәм “Күперҙәр” исемле китаптары менән таныштырабыҙ
19.11.2021

Книги современника

Предлагаем нашим читателям книги Расуля Сагитова на башкирском и русском языках:
"Такого я мнения",
"Улыбка сквозь годы",
"Словом красен человек",
"Уй туйы",
"Алтындан алдын мәсьәлә",
"Бына шул бөгөн мөһим",
"Уйлағандың һүҙе уйнаған".
18.11.2021

Иғтибарығыҙға –әҙәби биҙәктәр

Бөгөн иғтибарығыҙға  “Биҙәктәр” исемле баҫманы тәҡдим итәбеҙ. Ул үҙенең  тормошсанлығы, ябайлығы һәм һәм уҡымлы булыуы менән уҡыусыларҙы йәлеп итә.
18.11.2021

Әкиәт уҡып үҫәм

Халҡыбыҙҙың ауыҙ-тел ижады бик бай һәм күп төрлө. Әкиәт жанры йәнлелеге, тылсымлы ваҡиғаларҙың мауыҡтырғыс булыуы менән үҙенә саҡырып тора.
Борооон-борооон заманда... тип башлана күпселек әкиәттәр. Уларҙа һүрәтләнгән геройҙар һәр заманда ла осрай. Яҡшылыҡ, изгелек, ғәҙеллек, батырлыҡ өҫтөнлөк иткән, мөғжизәгә бай әкиәттәр балаларға айырыуса ныҡ оҡшай.

17.11.2021