Мажаралы хикәйәләр донъяһына рәхим итегеҙ!

Фәнис Фәтих улының был йыйынтығында  башҡорт һәм рус телдәрендә төрлө йәнлектәр, ҡоштар, бөжәктәр, үлән-сәскәләр тураһындағы  гүзәл тәбиғәтебеҙ тормошон сағылдырған мауыҡтырғыс әкиәт, хикәйәләре тәҡдим ителә. Мөғжизәгә, серле мажараларға бай  әҫәрҙәр уҡыусылар күңеленә хуш килер тип ышанабыҙ.
29.11.2021
Оҙаҡламай! Бүләккә һүрәтле карточкалар!

Оҙаҡламай! Бүләккә һүрәтле карточкалар!

Балалар һүрәтле карточкалар ярҙамында тыуған яғыбыҙҙың урман-ҡырҙарында, баҡсаларҙа үҫкән сәскәләрҙе һәм үҫемлектәрҙе танып белергә, атамаларын ике телдә әйтергә өйрәнә ала.
28.11.2021

Уважаемые покупатели!

Фирменный магазин издательства «Китап» 29,30 ноября и 1 декабря будет временно закрыт на ревизию
27.11.2021

Скоро! К 75-летию автора!

  В него  включены стихотворения поэта для взрослых читателей. Многие из них звучали в исполнении автора во многих городах и селах России, а также  далеко за ее рубежами.
26.11.2021

Соболезнуем!

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан "Китап" нәшриәте хеҙмәттәшебеҙ, Өфө полиграфкомбинатының элекке директоры, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре Шамил Рәғиб улы Бикҡоловтың ваҡытһыҙ вафат булыуы сәбәпле, уның туғандарының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлаша.

Шамил Рәғиб улы хаҡында яҡты иҫтәлек беҙҙең йөрәктәрҙә һаҡланыр.

Башкирское издательство "Китап" имени Зайнаб Биишевой выражает соболезнование родным, близким и коллегам в связи с безвременной кончиной нашего коллеги, бывшего директора Уфимского полиграфкомбината, заслуженного работника печати и массовой информации Республики Башкортостан Шамиля Рагибовича Биккулова.

Светлая память о Шамиле Рагибовиче останется в наших сердцах.
25.11.2021

«Аҡ күгәрсен» шиғриәт бәйгеһендә ҡатнашығыҙ!!

Конкурс 2021 йылдың 28 октябрендә, шағирҙың тыуыуына 90 йыл тулған көндә старт алды һәм яҙмалар 2021 йылдың 31 декабренәсә ҡабул ителәсәк. Был әҙәби бәйгелә ҡәләм тибрәткән һәр кемдең ҡатнашыу мөмкинлеге бар. Йәшәү урыны һәм йәше сикле түгел.
25.11.2021

СВАДЬБА СЕРЕЖЕК (ҺЫРҒА ТУЙ) У БАШКИР

Свадьба серег (һырға туй) — одна из насыщенных в поэтическом отношении частей всей свадебной обрядности. Ритуал сопровождается песнями, благопожеланиями, приговорами (әйтем), различными репликами и народными танцами.

Һырға туй также включал в себя обязательный ритуал между будущей свекровью и невесткой, который заключался буквально в следующем.
24.11.2021

Тиҙҙән! Хәтәр шәп китап!

Баҫмала ерән төлкөнән дә хәйләкәрерәк, аҡыллы, зирәк, отҡор күк аттың йылғыр бүрене төп башына ултыртыуы тураһындағы башҡорт халыҡ әкиәте кескәй дуҫтарыбыҙға башҡорт, рус һәм инглиз телдәрендә тәҡдим ителә.
23.11.2021

Ғиниәт Ҡунафиндың юбилейы

Ғалим - әҙәбиәт белгесе, Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы, филология фәндәре докторы, профессор, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре, Салауат Юлаев ордены кавалеры Ғиниәтулла Сафиулла улы Ҡунафинға 75 йәш. Ғалим дәреслектәр, уҡыу ҡулланмалары авторы, Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев, Мифтахетдин Аҡмулла кеүек күренекле мәғрифәтселәрҙең тормошон һәм ижадын өйрәнә.
22.11.2021
“Йылбабай әкиәттәре”

“Йылбабай әкиәттәре”

  Терпе ни өсөн энәле? Ни өсөн бәпембә ҡояш төҫлө? Ер йөҙөндә йыл миҙгелдәре алмашыныу тәртибен кем урынлаштыра алған? Бына ошо һәм башҡа һорауҙарға яуапты  “Йылбабай әкиәттәре” китабын уҡығас белергә мөмкин.
22.11.2021