Бүләккә - китап

Бүләккә - китап

Бөгөн нәшриәткә Зилә һәм Хәсән Усмановтар килде. Мәктәпте тамамлаусы уҡыусылар көҙгә беренсегә мәктәп ишеген асасаҡ балаларға башҡортса китап бүләк итергә булғандар. Бына шул мөһим эш буйынса килгән йондоҙло ғаилә беҙҙең нәшриәткә. Ысынлап та, китап - матур ҙа, иҫтәлекле лә бүләк бит ул.
16.05.2022
"Аға иҙел - Ағиҙел"

"Аға иҙел - Ағиҙел"

"Хушлашайыҡ алдан, тыуған ерем,
Белеп булмай ниҙәр яҙғанын.
Ваҡыт еткәс, бәлки, баш ҡалҡытып
"Хуш бул!" тип тә әйтә алмамын..."

Бәхтейәр Хәлитовтың был йыйынтығында төрлө йылдарҙа яҙылған шиғырҙары урын алған. Уларҙа авторҙың донъяға мөнәсәбәте, үҙенсәлекле фекерләү өлгөһө менән бергә Тыуған илгә һөйөү, халҡының үткәнен һәм бөгөнгөһөн уйлап әсенеү ҡатыш ғорурланыу күренә.

13.05.2022
"Бер һыҙылды шырпы"

"Бер һыҙылды шырпы"

"Күпме ағас - күпме биҙәк бында!
Аҡландары бәрхәт балаҫтан,
Бал ҡорттары һәр бер ағасына
Тәпән-тәпән итеп бал аҫҡан..."

Танылған шағир, прозаик Аҫылғужа Баһумановтың үҙе иҫән сағында төҙөп тапшырған китабына ингән шиғырҙары һәм поэмалары лирик һәм драматик үткерлек, жанр формалары төрлөлөгө менән айырылып тора.
12.05.2022

Новости 10 - 12 из 1438
Начало | Пред. | 2 3 4 5 6 | След. | Конец Все