Ҡәҙерле дуҫтар, Әсәйҙәр!

Әсәйҙәр көнө менән бар йөрәктән тәбрик итәбеҙ! Күңел йылыһын биреп, төн йоҡоларын йәлләмәй, бәпләп, һөйөп, ҡәҙерләп, ҡалҡан булып, тәрбиәләп үҫтергән балаларығыҙҙың ҡәҙер-хөрмәтендә, уларҙың уңыштарына ҡыуанып, бәхетле,  һау-сәләмәт, шат һәм кәрәкле кеше булып оҙон-оҙаҡ йәшәргә яҙһын! Йөрәгегеҙҙә әсә мөхәббәте, йөҙөгөҙҙә ихлас йылмайыу, күңелегеҙҙә тыныслыҡ, өҫтәлегеҙҙә һәр саҡ йылы аш булһын!

Беҙ һеҙҙе ЯРАТАБЫҘ!
27.11.2022

Автограф көнө булды

Автограф көнө"нә килгән һәр кем: яҙыусы ла, китап уҡыусы ла был байрамдың күңелгә ятышлы әңгәмә, әлеге көндә бер йылылыҡ сығанағы булыр, йәшәү көсөн арттырыр дарыу булыуын белдерҙе. Авторҙар менән күҙмә-күҙ осрашып, уның ижадына, китабына һәм, ғөмүмән, әҙабиәткә ҡағылышлы тыуған һорауға яуап алды әҙәбиәт һөйөүселәр.
25.11.2022

"Шоңҡар" дуҫтарын йыя

Өфө Фән һәм технологиялар университетында  "Шоңҡар" ижади берекмәһенең әҙәби-музыкаль кисәһе уҙҙы. Матур һәм илһамландырғыс сарала яҙыусылар, әҙәбиәт белгестәре, телебеҙҙең байлығын, бөтә нескәлектәрен киләсәк быуынға бар тулылығында өйрәтеүсе остаздар, ғалимдар һәм студенттар йыйылды.

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан "Китап" нәшриәте күргәҙмә-йәрминкә менән ҡатнашып, әҙәбиәтте үҙ күргән, ҡәләм тибрәткән дуҫтарына өр-яңы китаптарын һәм уҡыусылар йыш һораған баҫмаларын тәҡдим итте.
24.11.2022

Наши книги для гостей города

В городе Уфе в Торгово-деловом комплексе Гостиный Двор есть бутик "Мир кочевника". Здесь можно приобрести книжную продукцию Башкирского издательства "Китап" имени Зайнаб Биишевой.

Также в "Башкирской юрте" возле памятника Салавату Юлаеву представлены наши книги.

Заходите, когда будете рядом.
24.11.2022

Китап бүләк итеү сараһы

Ҡәҙим Әбделғәлим улы һирәк осраған, шулай уҡ үҙе өсөн айырыуса ҡәҙерле булған баҫмаларҙы китапхана фондына тапшырҙы. Китапханаға килеүсе әҙәбиәт һөйөүселәрҙең дә улар менән танышыу мөмкинлеге булһын, тигән маҡсатты күҙ уңында тотҡан билдәле шағир.
23.11.2022

Автограф көнө. - День автографа

Һеҙҙе 25 ноябрь көнө сәғәт 11-ҙә Өфө ҡалаһы Октябрь проспекты, 2 адресы буйынса урынлашҡан "Китап" фирма магазинында үтәсәк "Автограф көнө"нә көтөп ҡалабыҙ.
23.11.2022

Һүрәтле карточкалар нәшер ителде

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан "Китап" нәшриәтендә "Тәбиғәт һәм кеше" - "Природные явления" тип исемләнгән балалар өсөн үҫтереүсе һәм телде өйрәнеүҙә ҙур ярҙамсы булырлыҡ карточкалар донъя күрҙе.

Кескәйҙәр иллюстрациялы карточкалар ярҙамында йыл миҙгелдәрен, тәбиғәт күренештәрен һәм объекттарын белергә һәм атамаларын ике телдә әйтергә өйрәнәсәк.
22.11.2022

Кескәйҙәргә өр-яңы китап

Мәктәпкәсә йәштәге балалар өсөн ҡатырға китап - "Төҙөүсе төлкө" - "Лиса-строитель" тип аталған башҡорт халыҡ әкиәте донъя күрҙе.
Артур Вәсиловтың иғтибарҙы үҙенә тартып торған һүрәттәре менән биҙәлгән был баҫма башҡорт һәм рус телдәрендә.
Кескәйҙәрҙе өр-яңы китап менән шатландырығыҙ, дуҫтар!
21.11.2022

"Планета книги"

Будете в книжном магазине "Планета книги", ознакомтесь с нашими новинками. Вдруг ваша заветная книжечка заждалась вас и скучает на полке.
19.11.2022

Презентация книги "Там, где поют соловьи"

Этот роман стал лидером продаж в Москве, в других городах и издательством Ридеро "Там, где поют соловьи" признан бестселлером.

Елена Геннадьевна выразила благодарность Башкирскому издательству "Китап" им. Зайнаб Биишевой за красивое и презентабельное издание и пожелала успехов и процветания.
18.11.2022